РОЩИНСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл
РОЩИНСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Рощинский а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 15 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1989 й. — 1468 кеше; 2002 — 1757; 2010 — 1957 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Р. — «“Рощинский” совхозы» ДУАХП‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (3 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), китапхана, сиркәү, мәсет бар. Ауылға 1979 й. “Спартак” сусҡасылыҡ комплексы ойошторолоуға бәйле ҡасаба булараҡ Рощенский ҡасабаһы (30—50‑се йй. булған) урынында нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов