САБИТОВ Рәшит Мәхмүт улы
САБИТОВ Рәшит Мәхмүт улы (27.3. 1937, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Яңғыҙҡайын а.), яҙыусы. СССР‑ҙың матбуғат отличнигы (1987). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). БДУ‑ны тамамлаған (1967). 1968 й. алып “Ҡыҙыл таң” гәз., 1975 й. — “Пионер” ж. әҙәби хеҙм‑ре, 1979—88 йй. Башҡ‑н китап нәшриәте мөхәррире, 1993— 97 йй. “Заман—Башҡортостан” гәз. баш мөхәррир урынбаҫары. Шулай уҡ Рәшит Сабит псевдонимы аҫтында баҫыла. “Йәшлегем йөҙө” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1980 й. сыға. “Ыласындар бейек оса” (1981), “Ҡыйғаҡ‑ҡыйғаҡ ҡаҙ ҡысҡыра” (1985), “Һүнгән йондоҙ яҡтыһы” (1988) хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы, балалар өсөн яҙылған “Һаумы, мәктәп!” (1983), “Мин нефтсе булам= Я буду нефтяником” (1987) китаптары һ.б. авторы. Әҫәрҙәре урыҫ, украин, ҡаҙаҡ телдәренә тәржемә ителгән. Д.Бедный, К.В.Иванов, М.Д.Львов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. С. шиғырҙарына комп. Н.Ғ.Сабитов, Д.Д.Хәсәншин, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йырҙар яҙған.
Ә ҫ ә р ҙ.: Батырлар кайда туа: повесть һәм хикәяләр. Уфа, 1996; Ташламачы, мәхәббәтем: шигырьләр һәм поэмалар. Уфа, 2005; Мәхәббәт өянәге: повестьлар, хикәяләр. Уфа, 2006.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов