Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘМИҒУЛЛИН Рәдис Ниғәмәтйән улы

Просмотров: 309

СӘМИҒУЛЛИН Рәдис Ниғәмәтйән улы (16.4.1939, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Оло Баҙраҡ а.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1991), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2008), РСФСР‑ҙың а.х. соц. ярышы отличнигы (1976, 1978). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) “Новогорский” с‑зының (Удмурт АССР‑ы) баш ветеринар врачы. 1970—2011 йй. (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н ғилми‑производство ветеринария лаб.: 1978—84 йй. паразитология бүлеге, 1993 й. башлап паразитология, бал ҡорто һәм балыҡ ауырыуҙары бүлеге мөдире; бер үк ваҡытта 1994 й. алып Башҡ‑н агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү ин‑тында. 1984—93 йй. БНИПТИЖиК‑та: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1989 й. башлап һарыҡсылыҡ һәм ветеринария секторы етәксеһе, 1991 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге һарыҡсылыҡ һәм ветеринар гельминтология өлкәһендәге тикшеренеүҙәр м‑н бәйле. С. ҡатнашлығында һарыҡ ҡарау, бәрәс үҫтереү технологияһы эшләнә һәм БР‑ҙың а.х. индерелә, мал һәм ҡоштарҙың аскаридатоздары осрағында пиперазин гексагидратын ҡулланыуҙың схемаһы камиллаштырыла. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Содержание овец. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019