Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИН Рафаэль Әхмәтсафа улы

Просмотров: 541

САФИН Рафаэль Әхмәтсафа улы [16.2.1932, БАССР‑ҙың Үрге Ҡыйғы р‑ны Йыланлы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 22.12.2002, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], шағир, драматург. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1982). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1960). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1957) “Совет Башҡортостаны” гәз., 1963 й. алып “Ағиҙел” ж. бүлек мөдире, 1973—83 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары, 1992—97 йй. БАДТ‑ла дир. урынбаҫары. “Тормош ҡушыуы” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1956 й. сыға. С. шиғриәте ритм моңлолоғо, тел таҙалығы, образдар байлығы м‑н айырылып тора. “Икмәк тауышы” (1958), “Гармунсы” (1959), “Ышаныс” (1962) поэмаларының төп темаһы — гражданлыҡ бурысына тоғролоҡ. Актуаль фәлс., әхлаҡи проблемаларға мөрәжәғәт иткән “Йәнбикә”, “Тилекәй”, “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Ғәзизәкәй балдыҙ” драмалары заман рухы м‑н һуғарылған. Пьесалары респ. театрҙарында ҡуйыла. “Һоҡланыу” (1967), “Аҡ моңдар” (1977), “Яҙҙар көтәм” (1981) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Яҙыусының әҫәрҙәре урыҫ (С.Н.Соколов, А.П.Филиппов һ.б. тарафынан), украин, төрөкмән һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Р.Ғ.Ғамзатов, Ҡ.Ш.Кулиев һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Уның шиғырҙарына Ш.Ш.Ибраһимов, Ш.З. Ҡолбарисов, Т.М.Шәрипов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. комп. тарафынан йырҙар яҙылған. Өфөлә ул йәшәгән йортҡа (2012) һәм тыуған ауылында китапхана бинаһына (2007) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. 2012 й. Ҡыйғы р‑ны хакимиәте тарафынан уның ис. пр. булдырылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Күңелем йондоҙҙары: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1992; Весна на Юрюзани: стихи и поэмы. М., 1961; Белая музыка: стихи. М., 1977.

Әҙәб.: Ә х м ә т о в а Ф.С. Рафаэль Сафин ижады. Өфө, 1999.

Ф.С.Фазылова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019