Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФУАНОВ Суфиян Ғаяз улы

Просмотров: 615

САФУАНОВ Суфиян Ғаяз улы (2.10. 1931, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Бикмәт а. — 30.11.2009, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе. Филол. ф. канд. (1962). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлаған (1954). 1957 й. алып ТТӘИ‑лә (1964 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй, 1994 й. — “Тулпар” ж. бүлек мөдире, 1996— 2005 йй. һәм 2007 й. башлап БДПУ‑ла (1997—2003 йй. татар теле һәм әҙәбиәте каф. мөдире) уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. әҙәбиәтенең татар әҙәбиәте, башҡа халыҡтар әҙәбиәттәре м‑н үҙ‑ара бәйләнешенә, башҡ. прозаһының формалашыуы һәм үҫешенә, балалар әҙәбиәтенә арналған. “Дуҫлыҡ, туғанлыҡ сәхифәләре” (1976), “Хаҡлыҡ әҙәбиәте, дуҫлыҡ әҙәбиәте” (1981) китаптарын, Ә.Һ.Бикчәнтәев, А.Карнай, Ғ.Хәйри һ.б. тормошо һәм ижады т‑да монографиялар яҙған. Әлегә тиклем билдәле булмаған, архивтарҙа тапҡан башҡ. әҙәбиәте әҫәрҙәрен баҫтыра: Ғ.Хәйриҙең “Боролош” (1967) романы, Д.Юлтыйҙың “Ҡан” романының 2‑се китабы (1970) һ.б. “Йыр сафта ҡала” (1960) китабына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҙыусыларҙың әҫәрҙәре индерелгән. “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихе. Очерктәр” (1967), “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы” (“История башкирской советской литературы”; 1977), “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (6 томда, 1990—96) баҫмалары авторҙарының береһе, “Башҡортостан урыҫ әҙәбиәтендә” (“Башкирия в русской литературе”; 4—6‑сы тт.; 1997—2004) күп томлы йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. В.П.Бирюков ис. (1988), Ф.Кәрим ис. (2007) пр. лауреаты.

Х е ҙ м.: Башҡорт балалар әҙәбиәтенең үҫеш проблемалары. Өфө, 1988; Межнациональные связи башкирской литературы. М., 1979; Рухи күперләр. Уфа, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019