Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИМОНОВ Константин Михайлович

Просмотров: 337

СИМОНОВ Константин (Кирилл) Михайлович (15.11.1915, Петроград — 28.8.1979, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1974). “Һинең менән һәм һинһеҙ” (“С тобой и без тебя”; 1942), “Дуҫтар һәм дошмандар” (“Друзья и враги”; 1948) мөхәббәт һәм гражданлыҡ лирикаһы йыйынтыҡтары; “Тереләр һәм үлеләр” (“Живые и мёртвые”; 1959—71) трилогияһы, “Ҡоралдаштар” (“Товарищи по оружию”; 1952), “Полынин менән булған хәл” (“Случай с Полыниным”; 1969) романдары, “Лопатин яҙмаларынан” (“Из записок Лопатина”; 1978) повестар циклы һ.б. әҫәрҙәр авторы. Сталинград һуғышы ваҡытында 214‑се уҡсылар див. һәм 112‑се башҡ. див. була һәм шуға арнап “Башҡорт дивизияһында” (“В Башкирской дивизии”, 1942; башҡортса 1942) очеркын яҙа. 1955 й. С. Башҡортостанға килә, Өфөлә башҡ. яҙыусылары м‑н осраша. Әҫәрҙәре Р.Й.Ғарипов, Х.Ғиләжев, Ғ.Ғүмәр, М.Кәрим һ.б. тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителгән. “Урыҫ кешеләре” (“Русские люди”) пьесаһы 1942 й. — Башҡорт драма театрында, 1970 й. — Урыҫ драма театрында, “Прага каштандары аҫтында” (“Под каштанами Праги”) пьесаһы 1946 й. БАДТ‑ла ҡуйыла. Ленин (1974) һәм Сталин (1942, 1943, 1946, 1947, 1949, 1950) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Ғорур кеше. Өфө, 1945; Артиллерист улы. Өфө, 1952. Әҙәб.: Константин Симонов Өфөлә //Әҙәби Башҡортостан. 1955. №3; У з и к о в Ю.А. Депутат Башкирии //Это с нами навсегда. Уфа, 1983.

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019