Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНЕНКО Вера Сергеевна

Просмотров: 359

СИНЕНКО Вера Сергеевна (28.11. 1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Дим разъезы ҡсб, хәҙ. Өфө эсендә, — 18.2.2007, Өфө), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1944) 1997 й. тиклем БДУ‑ла эшләгән (1953—54 йй. тел һәм әҙәбиәт ф‑ты деканы урынбаҫары; 1974— 92 йй. урыҫ әҙәбиәте тарихы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1948— 51 йй. ике йыллыҡ Башҡ‑н өлкә партия мәктәбендә уҡытҡан. 1979 й. һәм 1989 й. — Галле ун‑тында (ГДР), 1980 й. Көнбайыш Виргиния ун‑тында (Моргантаун ҡ., АҠШ) һ.б. уҡыу йорттарында лекциялар уҡыған. Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ әҙәбиәтенең тарихи һәм теоретик поэтикаһы проблемаларына, 20 б. урыҫ әҙәбиәте тарихына, М.Горький, К.М.Симонов һ.б. ижадына арналған. “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы” (“История башкирской советской литературы”, 2 томда; 1 том, 1963), “Урыҫ совет әҙәбиәте тарихы (1940—70‑се йылдар)” [“История русской советской литературы (1940—70‑е годы)”; 1980] баҫмалары авторҙарының береһе. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Эпическое произведение (опыт практического анализа). Уфа, 1991; Поэтический космос русской прозы середины ХХ века. Уфа, 1997; Этика стоицизма Александра Солженицына. Уфа, 1999.

В.И.Хрулёв

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019