СКОВОРОДИН Евгений Николаевич
СКОВОРОДИН Евгений Николаевич (6.6.1958, Иваново ҡ.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1999), проф. (2001). Иваново а.х. ин‑тын тамамлаған (1980). 2001 й. алып БДАУ‑ҙа: 2005—11 йй. анатомия, патологик анатомия, акушерлыҡ һәм хирургия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге малдарҙың үрсеү ағзалары һәм эске секреция биҙҙәренең йәш б‑са морфологияһын һәм патологияһын өйрәнеүгә, ауырыуҙарын патологоанатомик диагностикалауға арналған. С. ҡатнашлығында һыйыр малы йомортҡалығының һары биҙен биопсиялау, а.х. малдарының йомортҡа юлдары үткәрмәүсәнлеген диагностикалау һәм гистологик эшкәртеү осрағында туҡымаларҙың ултырыу кимәлен билдәләү ысулдары эшләнә һәм ветеринария практикаһына индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Возрастная морфология органов размножения самок крупного рогатого скота. Брянск, 2002 (авторҙ.); Патоморфология болезней мочеполовой системы. Уфа, 2006 (авторҙ.); Морфология матки и яичников крупного рогатого скота в онтогенезе. Уфа, 2011 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова