Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СНЕГОВА Ирина Анатольевна

Просмотров: 414

СНЕГОВА Ирина Анатольевна (12.4. 1922, Курск ҡ. — 14.7.1975, Мәскәү), шағирә, тәржемәсе. “Август” (1963), “Өс ямғыр” (“Три дождя”; 1971), “Алмалы йыл” (“Яблочный год”; 1975) шиғри йыйынтыҡтары, балалар өсөн яҙылған “Сәғәт һуға” (“Бьют часы”; 1962) шиғырҙар китабы, “Нисек кенә булмаһын...” (“Как бы там ни было...”; 1978) проза йыйынтығы һ.б. авторы. Ижады яҡты лиризм һәм хис‑тойғолар, донъяның тулылығын һиҙгер тойоу м‑н айырылып тора. М.Ғәли, М.Кәрим, Н.Нәжми әҫәрҙәрен; әрмән һәм грузин шағирҙары әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

И.С.Сырлыбаева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019