Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОКОЛОВ Леонид Алексеевич

Просмотров: 563

СОКОЛОВ Леонид Алексеевич (8.7. 1953, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2013). БДУ‑ны тамамлағандан__һуң (1975) “К коммунизму” (“Коммунизмға”, ҡара: “Уфимские нивы”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1976 й. алып төрлө реклама һәм коммерция ойошмаларында, 2003 й. — “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында эшләй, 2013 й. башлап БР Яҙыусылар союзында өлкән әҙәби консультант. “Кумир” (1986), “Бәхетле кеше” (“Счастливчик”; 2003), “Мең дә бер мәҙәк” (“Тысяча и один прикол”; 2008), “Автограф” (2013) һ.б. китаптарға юмористик хикәйәләре, миниатюралары, ике юллыҡ шиғырҙары һ.б. ингән. Советтар Союзы Геройы М.И.Абдуллинға арналған “Ғүмергә торошло көн” (“День, равный жизни”, 1985; башҡ. телендә 1984) китабы авторы. Әҫәрҙәре болгар, инглиз, немец телдәренә тәржемә ителгән. Ф.Кәрим ис. пр. лауреаты (2015).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019