Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНГӘРӘЕВ Рәшит Ғимран улы

Просмотров: 623

СОЛТАНГӘРӘЕВ Рәшит Ғимран улы (15.12.1935, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Таймаҫ а. — 5.11.2000, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). БДУ‑ны (1958), СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1975) тамамлаған. 1958—78 йй. (өҙөклөктәр м‑н) “Совет Башҡортостаны” гәз. эшләгән: әҙәби хеҙм‑р, 1971 й. алып бүлек мөдире. 1959—65 йй. БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑тының телевидение студияһы (ҡара: “Башҡортостан”) мөхәррире, 1970—71 йй. “Уфанефть” НГДУ‑һы инженеры, 1978 й. башлап БАССР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, 1984—2000 йй. “Ағиҙел” ж. (1989 й. тиклем баш мөхәррир урынбаҫары) эшләгән. “Тыуған йорт” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1967 й. сыға. Хикәйә жанрын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. Ижады нескә психологизм, һутлы тел, милли традицияларға мөрәжәғәт итеүе м‑н айырыла. “Аҡ тирәктәр” (1971), “Йылы ямғыр” (1976), “Аҡ умырзая” (1980) һ.б. йыйынтыҡтарына ингән хикәйә һәм повестарының төп темаһы — ябай кешеләр тормошо, кешенең киң күңеллелеге һәм йомартлығы, хеҙмәт намыҫлылығы. “Осто бөркөт” (1992) тарихи‑биографик повесы М.Л.Мортазинға арналған. “Беҙ йәшәгән ер” (1989) романында тәбиғәткә, тыуған ергә һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға саҡыра. Балалар өсөн яҙылған “Нефтселәр юлынан” (1977), “Беҙҙең дуҫ” (1984) хикәйә йыйынтыҡтары авторы. “Яҙмыш” (1991), “Ер һәм йыр” (1998) йыйынтыҡтарына ауыл хеҙмәтсәндәре, нефтселәр, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре т‑да публицистик очерктар, хәтирәләр ингән. Әҫәрҙәре ҡарағалпаҡ, немец, урыҫ, үзбәк һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. “Ҡиәмәтлек кейәү” хикәйәһе б‑са нәфис фильм төшөрөлгән (“Казахфильм” к/ст, 1982). “Теге донъя, был донъя” пьесаһы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында ҡуйылған. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. (1978), М.Мортазин ис. (1996) пр. лауреаты. С. исеме тыуған ауылындағы урамға, Таймаҫ гимназия-интернатына бирелгән, унда уға бюст (2005), Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. “Йәшлек” гәз. йыл һайын уның исемендәге призға хикәйәләр конкурсы үткәрә.

Ә ҫ ә р ҙ.: Оло юлдың туҙаны: повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1995; Һайланма әҫәрҙәр: 1— 2‑се тт. Өфө, 2009—2010; Каменный олень: повести и рассказы. М., 1982.

Ф.Т.Күзбәков

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019