Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Вәсим Мөхәмәтхафиз улы

Просмотров: 412

СОЛТАНОВ Вәсим (Мөхәмәтвәсим) Мөхәмәтхафиз улы [22.8.1887, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Шабай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 1977 й. июне, Сәмәрҡәнд ҡ.], яҙыусы. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә, “Ғосмания” (1903 й. алып), “Ғәлиә” (1906—09) мәҙрәсәләрендә, Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбендә (1911—14) уҡыған. 1909 й. алып Башҡортостанда һәм унан ситтә мәғариф системаһында эшләгән. Шиғриәте мәғрифәтселек идеялары м‑н һуғарылған: “Канау буйында” (1909) шиғырҙар йыйынтығында шағир артта ҡалғанлыҡты, ғәмһеҙлекте һәм битарафлыҡты еңеп, белем алырға өндәй. “Астарға байрам” (1911), “Аҡса тик ятмаһын” (1913) хикәйәләрендә капитализм осорондағы ябай кешеләрҙең тормошо сағылдырылған. “Татар‑башҡорт әлифбаһы” (Ғ.Х.Алпаров м‑н берлектә), “Башҡорт вә татар көйҙәренә нота дәфтәре” (1915; Ғ.Исхаҡов м‑н берлектә) әсбаптары, “Онотолған һүҙҙәр” (1918) архаизмдар һүҙлеге авторы. Репрессиялана, 1938— 46 йй. һәм 1949—55 йй. төрмәлә була. 1956 й. аҡлана. Тыуған ауылында урамға С. исеме бирелгән.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 2‑се кит. Проза. Драматургия. Өфө, 1984; С а ф у а н о в С. Рухи күперләр. Уфа, 2006.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019