Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Йыһат Әҙеһәм улы

Просмотров: 664

СОЛТАНОВ Йыһат Әҙеһәм улы (3.12. 1932, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Сәнкем‑Биктимер а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Журналистар союзы (1967), Яҙыусылар союзы (1971) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1969). 1965 й. алып — “Һәнәк” ж., 1968 й. башлап “Башҡортостан ҡыҙы” ж. эшләгән, 1969—86 йй. “Ағиҙел” ж. әҙәби хеҙм‑ре, бүлек мөдире. “Урман бабай” исемле тәүге китабы 1967 й. сыға. Ижадының төп темаһы — башҡ. халҡының тарихи яҙмышы, быуындар күсәгилешлеге, замандаштың киләсәк алдында яуаплылығы. “Минең шәжәрәм” (1974), “Ҡырҡбыуын” (1982), “Аҡсарлаҡ” (1990), “Һуңғы йылдар һулышы” (2015) шиғри йыйынтыҡтары, “Ядкәр” (1992), “Ерем, кешеләрем” (1996) романдары авторы. “Хәтерхитап” (2002), “Башҡорт батшалары” (2007), “Башҡорт дивизияһы” (2007) һ.б. фәнни‑публицистик китаптарын яҙған. М.Буранғолов ис. пр. лауреаты (2013).

Ә ҫ ә р ҙ.: Ҡояшлы ҡая: хикәйәләр, повесть. Өфө, 1978; Сөләймән Мырҙабулатов: заманы һәм көрәше (1917—1922). Өфө, 2006; Аҙнамөхәмәт, Салауат һәм Юлай йондоҙлоғо: мәсьәләгә яңыса ҡараш. Өфө, 2011.

Әҙәб.: А ҙ н а ғ о л о в Р. Сәйләндәрем төҫлө‑төҫлө. Өфө, 2007.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019