Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОСЮРА Владимир Николаевич

Просмотров: 354

СОСЮРА Владимир Николаевич (25.12.1897, Екатеринослав губ. Дебальцево ст. — 8.1.1965, Киев), шағир. “Ҡыҙыл розалар” (“Красные розы”; 1932), “Баҡсалар шаулаһын өсөн” (“Чтоб сады шумели”; 1947), “Хеҙмәтсән ғаилә бәхете” (“Счастье семьи трудовой”; 1962) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. 1941—43 йй. шағирҙың Өфөлә булғанда яҙылған “Киләм” (“Иду”), “Башҡортостан күге аҫтында” (“Под небом Башкирии”), “Ҡыш” (“Зима”), “Хәрби йырҙар...” (“Песни боевые...”) һ.б. шиғырҙары Башҡортостан тәбиғәтенә, башҡорттарҙың һәм Б.В. һуғышы йылдарында Башҡортостанға эвакуацияланған украиндарҙың дуҫлығына арналған. Әҫәрҙәре Х.Кәрим, Р.Ниғмәти, С.Әлибай һ.б. тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителгән. Ә.Ихсан, С.Ҡудаш һ.б. әҫәрҙәрен украин теленә тәржемә иткән. Сталин пр. (1948), Украина ССР‑ының Т.Г.Шевченко ис. Дәүләт пр. (1963) лауреаты.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019