Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОТНИКОВ Иван Владимирович

Просмотров: 394

СОТНИКОВ Иван Владимирович (12.2.1908, Тула губ. Скуратово ст. — 21.2.1988, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Дәүләт художестволы фәндәр акад. (Мәскәү, 1930), Мәскәү яңы телдәр пед. ин‑тын (1934) тамамлаған. 1952 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй: “Литературная Башкирия” альманахы мөхәррире, 1960 й. — БАССР Яҙыусылар союзы идараһының әҙәби консультанты, 1969—86 йй. ӨМЭПБ инженеры. “Намыҫ ҡоралы” (“Оружие чести”; 1957), “Уттан көслөрәк” (“Сильнее огня”; 1959), “Ҡеүәтле Днепр” (“Днепр могучий”; 1964) романдарында Б.В. һуғышы ваҡиғалары сағыла. “Атлылар һөжүмгә бара” (1983; башҡ. тәржемәһе 1984) очеркы — Т.Т.Күсемовҡа, “Күк батырҙары” (“Витязи неба”; 1987) Г.И.Мушниковҡа арналған. З.А.Биишева, Ә.Вәли, С.Кулибай әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. “Башҡортостандың данлы улдары” (“Славные сыны Башкирии”; 1965—1985) белешмәһенең очерктар йыйынтығын төҙөүҙә ҡатнаша. Ҡыҙыл Байраҡ (сент. һәм нояб. 1944), 3‑сө дәрәжә Кутузов, 2‑се (1975) һәм 3‑сө (1945) дәрәжә Богдан Хмельницкий, 1‑се (1944, 1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, ?) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Люблю тебя, жизнь: очерки. Уфа, 1963; Свет — всему свету: роман‑хроника. Уфа, 1966; Чудо‑камень: повесть. Уфа, 1978.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019