Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУРАҒОЛ Рәмил Мотаһар улы

Просмотров: 730

СУРАҒОЛ (Сурағолов) Рәмил Мотаһар улы (16.8.1962, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Прибельский эшселәр ҡсб), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2006), ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2010). Яҙыусылар союзы (1996), Журналистар союзы (1997), ТР Яҙыусылар союзы (2001) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1991). “Тулпар”, “Аманат” ж., “Өмет” гәз. һ.б. эшләй. 2004 й. алып “Сурағол” нәшриәт йортоноң (Өфө) ген. директоры. “Бергәләп йырлайһы йырҙар бар!” (татар телендә) исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1993 й. сыға. С. шиғырҙарына һағыныу, фәлс., ихласлыҡ хистәре хас. Шағир Ватанға, халыҡтар дуҫлығына дан йырлай. “Моңдар ҡайтһын ауылға” (2009), “Йырлап йәшәйек ғүмергә!” (2011; татар телендә) шиғырҙар йыйынтыҡтары, балалар өсөн яҙылған “Үҫкәс генерал булам!” (2004) шиғырҙар китабы һ.б. авторы. С. әҫәрҙәренә комп. Н.Ә.Дауытов, Р.Ғ.Тимербаев, Р.Ғ.Хәкимов һ.б. тарафынан йырҙар яҙылған. “Гәлсәр һандуғас” Респ. телевизион эстрада йыр конкурс‑фестивале (Өфө, 2002) һ.б. лауреаты.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019