Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУРИНА Сәрүәр Рәшит ҡыҙы

Просмотров: 597

СУРИНА Сәрүәр Рәшит ҡыҙы (8.12. 1957, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Һаҙ а.), яҙыусы, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2004), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2007). Журналистар союзы (1988), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) “Башҡортостан” ДТРК‑ның телевидение студияһы мөхәррире (1992 й. алып “Хазина” ижади берекмәһе мөхәррире), 2002 й. башлап “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ының телевидение студияһы комментаторы. Шулай уҡ Кинйә Мәзит псевдонимы аҫтында баҫыла. Драматургия һәм балалар әҙәбиәте өлкәһендә эшләй. “Кеҫәлде кем тәмлерәк бешерә?” исемле тәүге китабы 1994 й. сыға. “Сыйырсыҡ тәсбихе” (2001), “Ҡот тәңкәһе” (2009) һ.б. китаптар авторы. Респ. театрҙарында уның “Алтын балта”, “Янһарының тылсымлы санаһы”, “Аҫыл йөрәк”, “Ҡыҙ батшаһы” һ.б. пьесалары ҡуйыла. С. тәржемәһендә башҡ. теленә К.Гольдониҙың “Ике әфәнденең ялсыһы” (“Слуга двух господ”), А.Н.Островскийҙың “Аҡыл эйәһенә лә бер ҡатлылыҡ хас” (“На всякого мудреца довольно простоты”), У.Шекспирҙың “Король Лир”, В.И.Ольшанскийҙың “Ун өсөнсө йондоҙ” (“Тринадцатая звезда”) һ.б. пьесалары ҡуйыла. Башҡ. халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған “Заң” (“Времена”), “Китабеннас” (“Мир книг”), “Алтын тирмә яҡтыһы” (“Свет золотой юрты”) һ.б. телетапшырыуҙар циклы, “Кинйә абыҙ васыяты” (“Завещание Кинзи‑абыза”), “Бейеш быуаты” (“Век Бейеша”) һ.б. видеофильмдар; “Салауат йыйыны” (2004—05, 2008—09), “Сәйетбаба шәжәрәһе” (2004) респ. фольклор байрамдары, “Йәш тауыштар” китап фестивале (2005, 2007) һ.б. сценарийҙары авторы. З.Биишева ис. (2002), Аҡмулла ис. (2007), Ш.Хоҙайбирҙин ис. (2013) пр. лауреаты.

Х е ҙ м.: Ҡот тәңкәһе: байрам сценарийҙары, драматик композициялар, пьесалар. Өфө, 2009; Ырғыҙ ҡыҙы: Фатима Мостафина тураһында иҫтәлектәр. Өфө, 2013 (авторҙ); Тылсымлы төйөнсөк: пьесалар, әкиәттәр, шиғырҙар. Өфө, 2015.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019