Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУФИЯРОВ Фәрит Суфияр улы

Просмотров: 399

СУФИЯРОВ Фәрит Суфияр улы (20.10.1939, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Иҫәнбай а.), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). Алабуға пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) 1970 й. тиклем 1‑се Яңауыл урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1974 й. алып Борай р‑нының Ҡолай тулы булмаған урта мәктәбе дир., 1977 й. – Яңауыл р‑нының Истәк урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1992 й. башлап Яңауыл яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары. Шиғырҙары 60‑сы йй. башынан баҫыла башлай. “Йәшлек ауазы” исемле тәүге китабы 1990 й. сыға. Ижадына лириклыҡ, йәшәү мәғәнәһе, мөхәббәт, замандаштарының рухи донъяһы т‑да уйланыуҙар хас. “Ергенәмдең йәме” (1997), “Ғүмер яҙҙары” (2002), “Минең күңелем ҡоштары” (2004; икеһе лә – татар телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. С. шиғырҙарына комп. Н.Ә.Дауытов, И.Т.Закиров, Р.Ғ.Тимербаев һ.б. йырҙар ижад иткән. Ғ.Соҡорой ис. (1997), Ф.Кәрим ис. (2005), Ә.Š.Атнабаев ис. (2010) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Хис ташкыны. Уфа, 2009.

Р.З.Низамов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019