Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘЖӘПОВТАР

Просмотров: 423

РӘЖӘПОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Рәжәп, Темников өйәҙе мишәре. Уның улдары: Әбдесәләм (Сәли) һәм Солтан Р. 1735 й. алып керҙәш сифатында Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Дүсмәт а. (хәҙ. Благовар р‑ны) йәшәгәндәр. Әбдесәләм Р. билдәле улдары: Мөҡсин Әбдесәләм улы Р. (Мөҡсин Әбдесәләмов), башҡорт ихтилалын (1755—56), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Поход старшинаһы (1764). 1756 й. авг. Ҡазан даруғаһының Елдәк улусы Әжәк а. (хәҙ. Борай р‑ны) янында Сөләймән Диваев (ҡара: Диваевтар) м‑н берлектә Батыршаны тотоп, С.‑Петербургҡа оҙатып барған. 1760 йй. уртаһынан Нуғай даруғаһының Өршәк-Мең улусы Боҙаяҙ а. (Ҡырмыҫҡалы р‑ны) йәшәгән. 1767 й. башлап ш. уҡ даруғаның мишәрҙәр командаһы старшинаһы. 1774 й. апр. башынан хөкүмәт ғәскәрҙәре составында баш күтәреүселәр отрядтарына ҡаршы эш иткән. Нояб. аҙ. Салауат Юлаевты әсиргә алыуҙа ҡатнашҡан. 1786 й. башҡ.‑мишәр командаһы башында Себер сик һыҙығында хеҙмәт иткән. Өршәк-Мең улусының Мөҡсин а. (Ауырғазы р‑ны) уның хөрмәтенә аталған; Йәмғор Әбдесәләм улы Р. (Йәмғор Әбдесәләмов), 1773—75 йй. Крәҫтиәндәр һуғышында баш күтәреүселәрҙе баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Поход старшинаһы (1789). 1760 йй. уртаһында Өршәк-Мең улусы башҡорттары еренә күсеп ултырған. 1774 й. апр. алып хөкүмәт ғәскәрҙәре составында баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғыштарҙа, Салауат Юлаевты тотоуҙа ҡатнашҡан. 1782 й. башлап Стәрлетамаҡ өйәҙенең түбәнге земство суды заседателе, 1786 й. — Ырымбур сик буйы судының ауыл заседателе. 1792 й. Себер сик һыҙығында башҡ.-мишәр командаһына етәкселек иткән. Уның улы — Фәйзулла (Фәтхулла) Йәмғор улы Р. (1791—1844), яҫауыл (1838). 1812 й. бурҙар һәм юлбаҫарҙарҙы тотоу б‑са резерв командаһына етәкселек иткән, 1831 й. Боҙаяҙҙа карантин заставаһы башлығы. 2‑се һәм 3‑сө мишәр кантондары башлығы (1819—39), бер үк ваҡытта 10‑сы башҡ. кантоны башлығы вазифаһын башҡарыусы (1831). 2 тирмәнгә хужа була. 4‑се дәрәжә__Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән (1835). Уның улдары: Шаһибәк Фәйзулла улы Р. (1812—?), хорунжий. Боҙаяҙҙа йәшәгән. 2‑се, 3‑сө (1839—47) һәм 1‑се (1847—54) мишәр кантондары башлығы; Мырҙағәли Фәйзулла улы Р. (1823—?), зауряд-хорунжий (1854). Боҙаяҙҙа йәшәгән. 1‑се мишәр кантоны башлығы (1854—56). Шулай уҡ Нурғәли Мирғәләүетдин улы Р. (1834—?) билдәле, зауряд-сотник (1859). 26‑сы (1856—59), 28-се (1861—63) кантондар башлығы. Боҙаяҙҙа йәшәгән. Тирмәнгә, поташ заводтарына, 750 дисәтинә ергә хужа була. “1853—1856 йй. Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” бронза миҙалы м‑н бүләкләнгән. 1850 й. Р. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 3‑сө киҫәгенә яҙылған. Шулай уҡ М.С.Рәжәпов Р. нәҫеленә ҡарай.

Л.Ф.Сәйфуллина, Р.И.Янғуразов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019