Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘИМОВ Риф Мөҡсин улы

Просмотров: 364

РӘИМОВ Риф Мөҡсин улы [30.12. 1904, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡуян а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 15.2.1953, Мәскәү], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә (1915—18), уҡытыусылар семинарияһында (Өфө, 1919—20) уҡыған. 1937—41 йй. һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа СССР ФА‑ның Тарих ин‑тында (Мәскәү) эшләй. 1942 й. алып К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыта, 1943— 44 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары. Фәнни хеҙмәттәре башҡорттарҙың Ватан һуғышында (1812) ҡатнашыуына, революция (1905—07) йылдарында Башҡортостан һәм Волга буйы тарихына, БАССР‑ҙың төҙөлөүенә арналған.

Х е ҙ м.: 1905 год в Башкирии (революционное движение в 1905—1907 гг.). М.; Л., 1941; Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. Уфа, 1943; Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики. М., 1952.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019