Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОМАНОВ Анатолий Александрович

Просмотров: 406

РОМАНОВ Анатолий Александрович (27.9.1948, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Михайловка а.), ген.‑полк. (1995). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995). СССР ЭЭМ‑ы Эске ғәскәрҙәренең Ф.Э.Дзержинский ис. Һарытау юғары команда уч‑щеһын (1972), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1982), СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабының К.Е.Ворошилов ис. Хәрби акад. (1990; икеһе лә — Мәскәү) тамамлаған. 1967 й. алып СССР ЭЭМ‑ының, 1992 й. — РФ ЭЭМ‑ының Эске ғәскәрҙәрендә. 1972 й. алып Ф.Э.Дзержинский ис. Һарытау юғары команда уч‑щеһында, 1984 й. — СССР ЭЭМ‑ы Эске ғәскәрҙәренең Урал округында хеҙмәт итә, 1991 й. — Эске ғәскәрҙәр див. ком. (икеһе лә — Екатеринбург ҡ.), 1993 й. — РФ ЭЭМ‑ының Эске ғәскәрҙәр командующийы урынбаҫары, 1995 й. — Эске ғәскәрҙәр командующийы, министр урынбаҫары, Чечен Респ. Берләшкән ғәскәрҙәр төркөмө командующийы. Герой исеменә ген.‑лейт. Р. 1995 й. Чечняла терроризмға ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ҡыҙыл Йондоҙ (1987), “Шәхси батырлыҡ өсөн” (1993), “Хәрби хеҙмәттәре өсөн" (1994, № 1) орд. м‑н бүләкләнгән. Уның исемен Спорт һәм медицина үҫешенә булышлыҡ итеү фонды йөрөтә (Мәскәү). Геройға арнап “Хыянатҡа дусар ителгән тыныслыҡ һаҡлаусы” (“Преданный миротворец”; 2013) исемле документаль фильм төшөрөлгән.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019