Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕБЕР ХАНЛЫҒЫ

Просмотров: 824

СЕБЕР ХАНЛЫҒЫ, С е б е р й о р т о, 15 б. аҙ. — 16 б. Көнбайыш Себер, Төньяҡ, Урта һәм Көньяҡ Уралдағы (төньяҡ өлөшөндә) дәүләт. Төмән ханлығында хакимлыҡ иткән Тайбуғалар һәм Шейбаниҙарҙың үҙ-ара ыҙғышы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Баш ҡалаһы — Иҫкер (Ҡышлыҡ). Дәүләт башында урындағы аҡһаҡалдар тарафынан һайлап ҡуйылған Сыңғыҙхан нәҫеленә ҡараған хан торған. Дәүләт мәсьәләләре карачибәктәрҙән (юғары аристократия вәкилдәре) торған диуан тарафынан хәл ителгән. Дәүләт дине — ислам. Рәсми теле — төрки. Дәүләт ҡоролошо ярым хәрби характерҙа булған. Терр‑яһы солтандар (тәхет вариҫтары), бәктәр (бейҙәр), мырҙалар, тархандар етәкселек иткән улустарға бүленгән. Төп хужалыҡ тармағы — малсылыҡ. Халҡы шулай уҡ төрлө кәсеп, игенселек, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ханлыҡтың биләмәләрен һаҡлар өсөн ҡәлғәләр төҙөлгән. Иң эре ҡалалары: Ҡасим-Тура, Ҡолары, Ҡыҙыл-Тура (Усть-Ишем), Тархан-Ҡала, Тон-Тура, Явлу-Тура һәм башҡалар. С.х. Рәсәй дәүләте м‑н һуғыштар алып барған. Урал аръяғы башҡорттары (табын һ.б. ҡәбиләләр) С.х. йоғонтоһонда булып, уға яһаҡ түләгән, хәрби (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) һ.б. йөкләмәләр атҡарған. П.И.Рычков мәғлүмәттәре һәм табын ҡәбиләһе шәжәрәһе б‑са, Себер хандары урындағы халыҡты бөлдөргән, Себер ханы Ибәк м‑н көрәш осоронда башҡорттар Ағиҙел һәм Инйәр йй. буйына күсенергә мәжбүр була. 16 б. 2‑се ярт. Себер ханы Күсем армияһына башҡорттарҙың бәкәтин, ҡатай, табын, һалйот, һеңрән һ.б. ҡәбиләләре ингән. 16 б. аҙ. — 17 б. башында Рәсәй м‑н һуғыштар осоронда С.х. уның составына инә. Һуңыраҡ Себер ханзадалары (Себер хандары вариҫтары) бер нисә тапҡыр С.х. тергеҙергә ынтылыш яһай (ҡара: Күсем нәҫеле).

Әҙәб.: Т р е п а в л о в В.В. История Ногайской Орды. М., 2002; И с х а к о в Д.М. Введение в историю Сибирского ханства: очерки. Казань, 2006.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019