СЕКЕРИН Александр Иванович
СЕКЕРИН Александр Иванович [7.11. 1925, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 25.1.1999, Силәбе ҡ.], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1970), проф. (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1950). 1946—48 йй. һәм 1949 й. алып Дыуан р‑ны Мәтәле тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта. 1951 й. башлап Свердловск тау ин‑тында уҡыта; 1958 й. алып Силәбе политехник ин‑тының КПСС тарихы каф. мөдире, 1965—73 йй. Магнитогорск пед. ин‑тының КПСС тарихы һәм фәнни коммунизм каф. мөдире, 1974 й. — Силәбе а.х. механизациялау һәм электрлаштырыу ин‑тының фәнни коммунизм каф. мөдире, 1976—94 йй. Силәбе ун‑тында: ижт. фәндәр каф. мөдире, 1978—79 йй. КПСС тарихы каф. мөдире, 1982— 89 йй. фәнни коммунизм каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы. Фәнни хеҙмәттәре КПСС тарихы һәм эшмәкәрлеге мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Окт. Революцияһы (1971), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.
Х е ҙ м.: Победа социализма в СССР — торжество стратегии и тактики ленинской партии. М., 1971.
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев