Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРГИЕВСК, ауыл, Һамар өлкәһе

Просмотров: 341

СЕРГИЕВСК, 1703 й. Ж.Г. Кудрявцев тарафынан Суҡ й. (Волга й. ҡушылдығы) уң ярында ҡәлғәгә нигеҙ һалына. 1708—82 йй. ҡала яны. 1708—17 йй. — Ҡазан губернаһы, артабан — Әстерхан губ., 1744— 82 йй. һәм 1796 й. алып Ырымбур губернаһы составында. Ерекле, Зәй, Минзәлә, Тейен, Яңы Шишмә (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы), Алатырь, Арск, Биләр, Иҫке Шишмә, Малмыш ҡәлғәләренең хеҙмәтле кешеләре (бөтәһе 215), һуңыраҡ Һамар өйәҙенең батша һарайы ауылдарының кешеләре (бөтәһе 100) килеп ултырған. 1731—36 йй. Яңы Кама аръяғы сик һыҙығы нығытмалары системаһына ингән. Гарнизон составында Биләр полкының 3 атлы ротаһы (306 кеше), Алексеевск полкының йәйәүле ротаһы (156 кеше) була. 1781 й. Өфө наместниклығы ойоштороу т‑дағы указға ярашлы, 1782 й. С. өйәҙ ҡалаһы статусы ала һәм Сергиевск өйәҙенең үҙәгенә әүерелә. 1797 й. башлап өйәҙһеҙ, 1804 й. — штаттан тыш ҡала. 1851 й. алып Һамар губернаһы составында. Хәҙ. ауыл, Һамар өлкәһе Сергиевск р‑нының адм. үҙәге.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019