Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРЕБРОВСКИЙ Александр Павлович

Просмотров: 357

СЕРЕБРОВСКИЙ Александр Павлович (13.12.1884, Өфө — 10.2.1938, Мәскәү), революцион хәрәкәт эшмәкәре. 1903 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Юғары техник уч‑щены тамамлаған (Брюссель, 1911). 1914—17 йй. рус армияһында. 1900 й. алып А.И.Свидерскийҙың йәшерен түңәрәгенә ингән, 1902 й. ҡулға алынып, Вятка губ. һөрөлгән. 1905 й. 15 йылға каторгаға хөкөм ителгән, Бельгияға эмиграцияға киткән. 1912 й. башлап Баҡы, Мәскәү ҡҡ. йәшерен партия эше м‑н шөғөлләнгән. 1917 й. нояб. алып РСФСР‑ҙың Сауҙа ХК коллегияһы ағзаһы, 1918 й. — РККА‑ның тәьминәт б‑са Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Украина фронты тәьминәте нач., 1919 й. — Артиллерия з‑дтарының Үҙәк идараһы рәйесе, РСФСР‑ҙың бәйләнеш юлдары халыҡ комиссары урынбаҫары, 1920 й. — “Азнефть” (Баҡы) тресы идараһы рәйесе, 1926 й. — СССР‑ҙың Бөтә Рәсәй ХХС‑ы рәйесе урынбаҫары, РСФСР‑ҙың Нефть синдикаты идараһы рәйесе, Алтын‑платина һәм алмаз сәнәғәте Баш идаралығы (“Главзолото”) рәйесе, 1932 й. — СССР‑ҙың ауыр сәнәғәт халыҡ комиссары урынбаҫары. Ленин (1931), Әзербайжан ССР‑ының Ҡыҙыл Байраҡ (1921), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1925), Ҡыҙыл Йондоҙ (1935) орд. м‑н бүләкләнгән. Репрессиялана, атыла. 1956 й. аҡлана.

Х е ҙ м.: Организация промышленных предприятий. М., 1918; Организация нефтяной промышленности. М., 1923; Металлическая промышленность Западной Европы. М., 1926.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019