Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЫБАЛКО Иван Игнатьевич

Просмотров: 412

РЫБАЛКО Иван Игнатьевич (25.5. 1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Надеждино а. — 26.4.2000, Өфө ҡ.), полковник. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенант курстарын тамамлаған (1944). Башҡортостан дәүләт геология идаралығының Көйөргәҙе геология-разведка партияһында, 3‑сө төҙөлөш тресы совхозында эшләгән. 1943—46 йй. һәм 1951 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһы 9‑сы механизацияланған корпусы 69‑сы механизацияланған бригадаһының 1‑се механизацияланған уҡсылар батальоны пулемётсыһы рядовой Р. 1943 й. 22 сентебренә ҡараған төндә Украина ССР‑ының Зарубинцы а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1951 й. башлап Өфө берләшкән район хәрби комиссариатының 4‑се бүлек начальнигы булып хеҙмәт итә. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1973) Өфө ҡ. йәшәй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары менән бүләкләнгән. Өфөлә Р. һәйкәл ҡуйылған, уның исеме 113‑сө урта мәктәпкә бирелгән, мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ урынлаштырылған.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.09.2022