Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРИКОВ Иван Павлович

Просмотров: 399

СЕРИКОВ Иван Павлович (26.6.1916, Курск губ. Яңы Таволжанка а. — 5.3.1958, Өфө), полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1944). Яңы Таволжанкала шәкәр з‑дында, 10‑сы урта мәктәптең комсомол ком‑ты секретары булып эшләгән. 1939 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. башлап Карелия, 1‑се Украина, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 70‑се армия 136‑сы уҡсылар див. 358‑се уҡсылар полкының 1‑се батальоны ком. капитан С. 1945 й. 25 мартында Данциг ҡ. (хәҙ. Гданьск ҡ., Польша) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1952) Өфөлә йәшәгән. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), 3‑сө дәрәжә Суворов, 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019