Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙЕТ БИҪТӘҺЕ

Просмотров: 335

СӘЙЕТ БИҪТӘҺЕ, Ҡ а р ғ а л ы б и ҫ т ә һ е, С ә й е т п о с а д ы, 1744 й. И.И.Неплюев инициативаһы м‑н Ырымбур провинцияһының Ҡарғалы а. нигеҙ һалына. Сәйет Хәйәлиндең исеме м‑н аталған. Биҫтәгә сауҙа м‑н шөғөлләнеүсе 176 татар ғаиләһе (уларға көнсығыш илдәр м‑н сауҙа итеү бурысы ҡуйыла) урынлаша. 1760 й. – 1,1 меңгә яҡын, 1816 й. – 2,5 мең ир‑ат (башҡорттар – 1060, сауҙагәр татарҙар – 285, мещандар – 920, отставкалағы һалдат һәм казактар – 234), 1866 й. – 8,9, 1917 й. 7,8 мең кеше иҫәпләнә. Халҡы башлыса сауҙа, төрлө кәсеп, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. С.б. сауҙагәрҙәре Ырымбур ҡ. аша Әстерхан һәм Рәсәй империяһының башҡа ҡалаларына Урта Азия илдәренән тауарҙар алып ҡайтып (1751 й. старшина Исмәғил Бикмөхәмәт Афғанстан аша Һиндостанға сауҙа каруаны ойоштора һәм уға етәкселек итә), Ырымбур алыш‑биреш йортонда һатҡан; Уложенный комиссияға тапшырған наказдарында Өфө провинцияһы м‑н сауҙа итеүҙә киң хоҡуҡтар талап итәләр. 20 б. башында 1400 хужалыҡ, 9 мәсет, 10 мосолман мәктәбе (ш. иҫ. Ҡарғалы мәҙрәсәһе) иҫәпләнә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773–75) осоронда баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алына, халыҡтың бер өлөшө Муса Улыев етәкс. баш күтәреүселәргә ҡушыла. 19 б. 2‑се ярт. алып С.б. – Ырымбур өйәҙенең Сәйет улусы үҙәге. 1919–23 йй. БАССР составында була. А.Ә.Айҙаров, Х.Ғ.Атласов, Ә.Ҡарғалы, Мансур Булатаев, Ғ.Х.Ниязбаев ошо биҫтәлә тыуған. Хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы ауылы.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019