Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙЕТ ЙӘҒӘФӘРОВ

Просмотров: 353

СӘЙЕТ ЙӘҒӘФӘРОВ, башҡорт ихтилалы (1681–84) етәксеһе. Башҡ. старшинаһы, мулла. 1681 й. июненән Ҡазан даруғаһы, Нуғай даруғаһы, Уҫы даруғаһы, Себер даруғаһы терр‑яһында ихтилалға әҙерлек б‑са агитацион эшмәкәрлек алып бара. 1682 й. апр. алып баш күтәреүселәрҙең Кама аръяғы ҡәлғәләренә (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) һөжүменә, Көңгөр һәм Өфөнө ҡамауға етәкселек итә. Баш күтәреүселәр араһындағы низағтан һуң 1682 й. июлендә ҡалмыҡ ханы Әйүкә м‑н ихтилалға ҡораллы ярҙам т‑да килешеү төҙөй. Башҡорт һәм ҡалмыҡтарҙың С. етәкс. берләшкән отрядтары башлыса Ҡазан, Нуғай һәм Уҫы даруғалары терр‑яһында һуғыша. 1683 й. башында ҡалмыҡтар ихтилалдан ситләшә, башҡ. отрядтары көрәште 1684 й. көҙөнә тиклем дауам итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019