Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБАНЕЕВ Леонид Павлович

Просмотров: 1072

САБАНЕЕВ Леонид Павлович (10.12. 1844, Ярославль губ. Высокое а. — 25.3.1898, Таврия губ. Ялта ҡ.), этнограф. Мәскәү ун‑тының тәбиғәт ф‑тын тамамлаған (1870). 1873—77 йй. — “Природа” (“Тәбиғәт”) ж., 1878 й. алып “Природа и охота” (“Тәбиғәт һәм һунар”) ж. (икеһе лә — Мәскәү) мөхәррире һәм сығарыусыһы. 1868— 70 йй. Урал буйлап экспедицияла ҡатнашып, төбәктең тарихын, үҫемлек һәм хайуандар донъяһын өйрәнә. “Урал аръяғы очерктары һәм башҡорт ерҙәрендә дала хужалығы” (“Очерки Зауралья и степное хозяйство на башкирских землях”; 1873) китабында башҡорттар араһында ер биләүселәрҙең хужалыҡтары, ситкә китеп эшләү т‑да мәғлүмәттәр килтерә. Император Мәскәү тәбиғәтте өйрәнеүселәр йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1868).

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019