Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙЕТБАЙ ӘЛКӘЛИН

Просмотров: 336

СӘЙЕТБАЙ ӘЛКӘЛИН (?–16.5. 1740, Өфө провинцияһы Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (1735–40) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1737 й. яҙында Килмәк Нурышев, Көҫәп Солтанғолов һәм Рысай Иғембәтов м‑н берлектә Нуғай даруғаһы һәм Себер даруғаһында ихтилалға етәкселек итә. 1738 й. июнендә Рысай Иғембәтов м‑н бергә Табын ҡәлғәһенә Л.Я.Соймоновҡа ғәйебен танып килә. 1739 й. яҙында яңы ихтилал ойоштороуға тотона. 1740 й. мартында В.А.Урусовтың саҡырыуы б‑са Алдар м‑н бергә баш күтәреүселәрҙең баш һалып килеү шарттары т‑да һөйләшеү өсөн Һамар ҡ. килә. Ҡулға алынып, Минзәлә ҡаласығына Соймоновҡа ебәрелә. Язалап үлтерелә.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019