Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙӘХОВ Фәһим Лотфрахман улы

Просмотров: 684

СӘЙӘХОВ Фәһим Лотфрахман улы [20.11.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Суйынсы а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) – 20.11.2003, Өфө], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1970), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). Фән.Л.Сәйәховтың ағаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1948) 1951 й. тиклем һәм 1954–89 йй. шунда уҡ эшләй (1958–84 йй. КПСС тарихы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре БАССР‑ҙың сәйәси һәм соц.‑иҡт. тарихына, историографияһына арналған. “КПСС‑тың Башҡортостан ойошмаһы тарихы очерктары”н (“Очерки истории Башкирской организации КПСС”; 1973), “Башҡорт АССР‑ының совет историографияһы очерктарын (“Очерки советской историографии Башкир- ской АССР”; 1975) төҙөүҙә ҡатнаша. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Осуществление ленинского плана построения социализма в Башкирии (1926– 1937 гг.). Уфа, 1972.

Р.С.Әйүпов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019