Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САДИҠ СӘЙЕТОВ

Просмотров: 397

САДИҠ СӘЙЕТОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Сәйет биҫтәһе татары. Пугачёвтың Йәшерен советы составына ингән. Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре составында Ырымбур ҡ., Ырымбур провинцияһының Татищев ҡәлғәһе һәм Һаҡмар ҡаласығы, Троицк ҡәлғәһе, Исәт провинцияһының Лягушино а., Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы Үрге Ҡыйғы һәм Ураҙмәт аа., Пермь провинцияһының Әшит ҡәлғәһе янындағы алыштарҙа, Уҫыны алыуҙа, Ҡазан тирәһендәге алыштарҙа, Саранск, Пенза, Һарытау ҡҡ. һ.б. торама пункттарҙы баҫып алыуҙа, Ҡара Яр ҡ. эргәһендәге алышта ҡатнаша. 1774 й. 8 сент. һуң С.С. яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019