Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЕВИЧ Тимофей Александрович

Просмотров: 474

САЕВИЧ Тимофей Александрович (23.2.1919, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Сухопольский ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Архангел р‑ны Сухополь а., — 23.11. 2003, С.‑Петербург), лётчик, полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1943). 1938 й. алып Пионерҙар йортонда, А.В. Луначарский ис. баҡсала (икеһе лә — Өфө) эшләгән. 1936—38 йй. һәм 1940 й. башлап Совет Армияһында. 1943 й. алып Калинин һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө һауа армияһы 11‑се разведкалау‑авиация полкының звено ком. капитан С. 157 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1964) “Пулково” аэропортында (Ленинград) эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. Архангел р‑нының Валентиновка а. C. уҡыған урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019