Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЙРАНОВ Садиҡ Уйылдан улы

Просмотров: 425

САЙРАНОВ Садиҡ Уйылдан улы [15.5.1917, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Һыртлан а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 21.10.1976, Ишембай ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939 й. Халхин‑Гол й. буйында совет‑япон ҡораллы бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Мәләүез р‑нының “Урал” к‑зында эшләй. 1938—40 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Үҙәк, Брянск, 1‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 11‑се гвардия армияһы 5‑се гвардия уҡсылар див. 12‑се гвардия уҡсылар полкының взвод ком. гвардия лейт. С. 1944 й. 14 июлендә Литва ССР‑ының Мяркине а. янында Неман й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Ишембай пр‑тиеларында эшләй. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945). Ишембайҙағы урамға С. исеме бирелгән. Һыртланда С. уҡыған мәктәп ихатаһында уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019