САЛМАНОВ Григорий Иванович
САЛМАНОВ Григорий Иванович (12.2.1922, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡасим а., хәҙ. Өфө эсендә, — 3.4.1993, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Армия генералы (1979). Б.В. һуғышында, 1968 й. Чехословакияла ҡораллы бәрелештә һәм Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә (1984—86) ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1949), СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби акад. (1964; икеһе лә — Мәскәү) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. апр. башлап Көнбайыш фронтта 413‑сө уҡсылар див. уҡсылар батальоны штабы нач., 1943 й. июненән Үҙәк, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 18‑се уҡсылар корпусы штабының оператив бүлеге нач., 1945 й. нояб. алып 65‑се армияның штаб нач. ярҙамсыһы, 1950 й. — 77‑се гвардия уҡсылар полкының штаб нач., 1952 й. — 91‑се механизацияланған полк ком., 1956 й. — 40‑сы гвардия танк див. штаб нач., 1957 й. — 26‑сы гвардия мотоуҡсылар див. ком., 1964 й. — Төркөстан хәрби округы штабы нач. 1‑се урынбаҫары, 1967 й. — 7‑се танк армияһы, 1969 й. — Киев хәрби округы командующийы, 1975 й. — Ҡоро ер ғәскәрҙәре Баш командующийы урынбаҫары, 1978 й. — Байкал аръяғы хәрби округы командующийы, 1984 й. — Афғанстанда баш хәрби советник, 1986 й. — Ген. штабтың Хәрби акад. нач., 1989 й. — СССР Оборона министрлығының ген. инспекторҙар төркөмөндә. СССР ЮС‑ының 8—10‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944, ?), 3‑сө дәрәжә Суворов, 3‑сө дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, ?), 3 Ҡыҙыл Йондоҙ орд., 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн”, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.
Ғ.Һ.Булатов
Тәрж. М.Х.Хужин