САМОРОДОВ Дмитрий Петрович
САМОРОДОВ Дмитрий Петрович (12.3.1963, Стәрлетамаҡ ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2002), проф. (2002). БДУ‑ны тамамлаған (1989). 1992 й. алып СДПА‑ла эшләй: 1994—96 йй. дөйөм тарих каф. мөдире, 1999—2001 йй., 2004 й. башлап Ватан тарихы һәм тарихты уҡытыу методикаһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге 19 б. 2‑се ярт. – 20 б. башында Башҡортостан иҡтисады тарихына, философияға һәм тарих методологияһына арналған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Русское крестьянское переселение в Башкирию в пореформенный период. 60—90‑е гг. XIX в. Стерлитамак, 1996; Становление и развитие системы стационарной торговли в дореволюционной Башкирии: Вторая половина XIX — начало XX вв. М., 2001.
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев