Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИН Нурулла Дәүләтгәрәй улы

Просмотров: 399

САФИН Нурулла Дәүләтгәрәй улы [25.7.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Иҫке Ҡаҙансы а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) — 15.5.1993, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Асҡын р‑нының “Ильич азатлығы” к‑зында эшләгән. 1943 й. алып 1‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһының 7‑се гвардия танк корпусы 467‑се гвардия миномёт полкының миномёт расчёты ком. гвардия өлкән сержанты С. 1945 й. 23 ғин. Ополе ҡ. (Польша) янында Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) Асҡын р‑нының В.М.Азин ис. к‑зы рәйесе урынбаҫары, “Дуҫлыҡ” с‑зы дир. урынбаҫары булып эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019