Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНИЦЫН Василий Иванович

Просмотров: 352

СИНИЦЫН Василий Иванович (12.12.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡөйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 14.10.1971, Новозыбков ҡ.), лётчик, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрбиһауа көстәренең Юғары осоутактика мәктәбен тамамлаған (Липецк ҡ., 1947). 1935 й. алып — БАССР халыҡ хужалығы иҫәбенең Мәләүез район бүлегендә, 1936 й. — “Заготзерно” Бөтә Союз берекмәһенең Башҡн контораһында, 1937 й. башлап “Ташсельмаш” здында (Ташкент) эшләй. 1939 й. башлап Совет Армияһында. 1941 й. июненән КөньяҡКөнбайыш, Ленинград һәм 1се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18се һауа армияһының 5се гвардия бомбардировка полкының элемтә нач. кесе лейт. С. 360 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1953) Новозыбковола эшләгән. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ, 2се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. мн бүләкләнгән. Мәләүездә урамға С. исеме бирелгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

СИНИЦЫН Василий Иванович (12.12.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡөйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 14.10.1971, Новозыбков ҡ.), лётчик, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрбиһауа көстәренең Юғары осоутактика мәктәбен тамамлаған (Липецк ҡ., 1947). 1935 й. алып — БАССР халыҡ хужалығы иҫәбенең Мәләүез район бүлегендә, 1936 й. — “Заготзерно” Бөтә Союз берекмәһенең Башҡн контораһында, 1937 й. башлап “Ташсельмаш” здында (Ташкент) эшләй. 1939 й. башлап Совет Армияһында. 1941 й. июненән КөньяҡКөнбайыш, Ленинград һәм 1се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18се һауа армияһының 5се гвардия бомбардировка полкының элемтә нач. кесе лейт. С. 360 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1953) Новозыбковола эшләгән. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ, 2се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. мн бүләкләнгән. Мәләүездә урамға С. исеме бирелгән. Ғ.Һ.Булатов Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019