Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СКАЛОН Антон Данилович

Просмотров: 535

СКАЛОН Антон Данилович (1722, Лифляндия губ. — 1777, Себер губ. Усть‑Каменогорск ҡәлғәһе), хәрби эшмәкәр. Ген.‑поручик (1776). 1756— 63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1735 й. алып рус армияһында. 1765 й. башлап Себер сик һыҙығында драгун полкы командиры. 1774 й. ғин.—июлендә Себер губернаһының Омск ҡәлғәһендә Айырым Себер корпусының хәрби частарын ойоштора һәм Исәт провинцияһына оҙата. Авг. башында Силәбе ҡәлғәһендә Исәт провинцияһындағы хөкүмәт ғәскәрҙәренә етәкселекте үҙ ҡулына ала. 1775 й. яҙына тиклем баш күтәреүселәргә ҡаршы хәрби операцияларға етәкселек итә. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1770), 1‑се дәрәжә Изге Анна (1775) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Д м и т р и е в ‑ М а м о н о в А.И. Пугачёвский бунт в Зауралье и Сибири. СПб., 1907.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019