Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СМАҠОВ Муса Ғәтиәтулла улы

Просмотров: 383

СМАҠОВ Муса Ғәтиәтулла улы [1885, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Смаҡ а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — ?], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. 1917 й. авг. алып Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы (нояб. мәғариф бүлеге мөдире), дек. — Кесе ҡоролтай ағзаһы. 1918 й. Башҡорт хөкүмәтенең Арғаяш кантонындағы вәкиле. Окт.—дек. Себер хөкүмәте вәкиле полк. Велектың күрһәтмәһе б‑са Х.Ҡ.Ҡушаев һ.б. м‑н бергә һаҡ аҫтында була. 1919 й. Башҡортостан хәрби‑революцион комитетында эшләй. 1920 й. дек. башлап АСБР‑ҙың Мәғариф ХК коллегияһы ағзаһы. 30‑сы йй. “Южураллес” (Өфө) тресында эшләй. 1936 й. репрессиялана һәм аҡлана. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019