Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОБХАНҒОЛ КИЛТӘКОВ

Просмотров: 371

СОБХАНҒОЛ КИЛТӘКОВ (1720— 1774, Көңгөр ҡ.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Түбәләҫ улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1773 й. дек. уртаһында 25 кешелек отряд м‑н__ И.С.Кузнецовҡа ҡушыла. Златоуст (Косотур) заводында, Ҡытау‑Ивановка заводы һәм Һатҡы заводында баш күтәреүселәрҙең үҙидара органдарын ойоштороуҙа ҡатнаша. Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә ҡорал, һуғыш припасы, пушкалар, 4 заводтан тартып алынған аҡсаны ебәрә. Салауат Юлаев отряды м‑н берлектә 1774 й. ғин. башында — Красноуфимск ҡәлғәһен алыуҙа, 23—24 ғин. Көңгөрҙө штурмлауҙа ҡатнаша. Февр. башында И.Н.Зарубиндың бойороғо б‑са ҡулға алына һәм Соҡсон заводында һаҡ аҫтында тотола. 4 февр. Көңгөрҙән килгән хөкүмәт командаһы тарафынан ҡулға алына. Ген.-аншеф А.И.Бибиковтың күрһәтмәһе б‑са язалап үлтерелә.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019