Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЙМОНОВ Леонтий Яковлевич

Просмотров: 373

СОЙМОНОВ Леонтий Яковлевич (?—1743), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Ген.‑лейт. (1740). 1722—23 йй. рус‑фарсы һуғышында, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1731 й. Кронштадт ҡәлғәһе коменданты. 1736 й. уртаһынан Әстерхан вице‑губернаторы, 1737 й. — Башҡорт эштәре комиссияһы нач., бер үк ваҡытта 1740 й. Ҡазан вице‑губернаторы, 1741—42 йй. Ырымбур комиссияһы [ҡара: Ырымбур экспедицияһы (1734—44)] начальнигы. 1737—38 йй. башҡ. ихтилалдарын баҫтырыуға, баш күтәреүселәрҙе язалауға етәкселек иткән. 1737 й. йәй—көҙөндә уның етәкселегендәге ғәскәрҙәр 30‑ҙан ашыу башҡ. ауылын талай һәм яндыра. 1738 й. ғин. башлап В.Н.Татищев м‑н берлектә баш күтәреүселәрҙе ғәйебен танып, баш һалырға, ҡоралдарын тапшырырға һәм ат м‑н штраф түләргә өндәй. 1739 й. башҡорттар иҫәбен алыуҙы ойоштора, был 1739—40 йй. ихтилалға сәбәпсе була. 1740 й. авг.__ Ырымбур ҡ. янында башҡ. халҡының бер өлөшөн йыйып, ихтилалда ҡатнашҡан 122 кешене, сент. Һамар ҡаласығы эргәһендә 170 кешене халыҡ алдында язалата. С. үҙ вазифаларынан артыҡ файҙаланыуы һәм ихтилалды аяуһыҙ баҫтырыуы “башҡорт эштәре тураһында” тәфтиш комиссияһының ойошторолоуына килтерә.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019