СОКОЛОВ Афанасий Тимофеевич
СОКОЛОВ Афанасий Тимофеевич, Х л о п у ш а (1714—18.7.1774, Ырымбур ҡ.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Новгород губ. Тверь провинцияһы дәүләт крәҫтиәндәренән. 1750‑се йй. Ырымбур губернаһына йәшәргә ебәрелә. 1772—73 йй. юл баҫҡан һәм кеше талаған өсөн Ырымбур төрмәһендә тотола. 1773 й. окт. башында Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә Пугачёвҡа килә; Әүжән- Петровск заводтарының мастеровой һәм эшсе кешеләренән баш күтәреүселәр отряды ойоштора. 1774 й. 18 февр. С. етәкс. полк Илек ҡәлғәһен баҫып ала. Татищев ҡәлғәһе эргәһендә баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылғандан һуң, 23 мартта Сәйет биҫтәһендә әсиргә алына. Ырымбур йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була; язалап үлтерелә.
Әҙәб.: Л и м о н о в Ю.А. Афанасий Тимофеевич Соколов‑Хлопуша //Пугачёв и пугачёвцы. Л., 1974.
И.М.Гвоздикова
Тәрж. М.Х.Хужин