Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОКОЛОВ Дмитрий Николаевич

Просмотров: 329

СОКОЛОВ Дмитрий Николаевич (1867, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Соҡалаҡ а., хәҙ. Ырымбур өлк. Һарыҡташ р‑ны Иҫке Соҡалаҡ а., — 19.2.1919, ш. уҡ губернаның Әйҙәрәле приискыһы, хәҙ. Ырымбур өлк. Кваркен р‑ны Әйҙәрәле ҡсб), тарихсы, этнограф, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Дворяндарҙан. Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1891). 1894 й. алып Ырымбур ҡ.: Ҡаҙна палатаһында хеҙмәт иткән, 1898—1906 йй. Ырымбур өйәҙендә земство нач., 1905 й. — Геол. ком‑тында, 1915 й. башлап Ырымбур тупраҡ экспедицияһында эшләгән. 1906—07 йй. һәм 1909—10 йй. Ырымбур крайының көньяҡ һәм көньяҡ‑көнбайыш өлөштәренең геол. өйрәнеү б‑са экспедиция ойошторған. Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың этнографияһына, географияһына арналған. Тәүгеләрҙән булып башҡ. тамғаларын өйрәнә башлаған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1896 й. башлап Ырымбур ғилми архив комиссияһы ағзаһы, 1906—10 йй. Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге рәйесе.

Х е ҙ м.: О башкирских тамгах //Труды Оренбургской учёной архивной комиссии. Оренбург, 1904. Вып.13; Оренбургская губерния: геогр. очерк. М., 1916.

Ю.А.Әбсәләмова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019