Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНҒӘЛИЕВ ЭШЕ

Просмотров: 383

СОЛТАНҒӘЛИЕВ ЭШЕ, “с о л т а н ғ ә л и е в щ и н а”, 1920—30‑сы йй. Эске эштәр ХК органдары тарафынан М.Х.Солтанғәлиевкә, авт. һәм союздаш республикаларҙың ҡайһы бер сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә ҡаршы ойошторолған енәйәт эше. РКП(б) етәкселәренең һәм И.В.Сталиндың милли дәүләт төҙөү өлкәһендә үткәрелгән сәйәсәткә ҡарашын уртаҡлашмаған кешеләргә ғәйеп тағыу һәм репрессиялау (ҡара: Сәйәси репрессиялар) өсөн файҙаланылған. С.э. б‑са ҡулға алынғандар “буржуаз милләтселек” тә, “милли тайпылыу”ҙа, пантюркизмда һ.б. ғәйепләнгән. БАССР‑ҙа “солтанғәлиевщина”ла ғәйепләп тәүге ҡулға алыуҙар 1923 й. майында башлана, беренселәрҙән булып репрессияға С.Ш.Мырҙабулатов эләгә. Июндә С.э. милли республикаларҙың һәм өлкәләрҙең яуаплы хеҙм‑рҙәре м‑н бергә РКП(б) ҮК‑ның 4‑се кәңәшмәһендә ҡарала, унда И.С.Герасимов, Б.Н.Нимвицкий, М.Д.Халиҡов, Ғ.К.Шәмиғолов һәм А.К.Әҙеһәмов БАССР‑ҙан вәкил булып ҡатнаша. Кәңәшмәнән һуң “Солтанғәлиев контрреволюцион ойошмаһында ҡатнашыусылар”ҙы фаш итеү кампанияһы йәйелдерелә. Республикала С.э. б‑са күп кенә Башҡорт милли хәрәкәте, партия-дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре, яҙыусылар һ.б. хөкөм ителә; 1950 йй. уртаһынан уларҙың исеме аҡлана башлай. 1989—90 йй. СССР Прокуратураһы һәм Дәүләт именлеге ком‑ты үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә “Солтанғәлиев контрреволюцион ойошмаһы” ның булмауы, Солтанғәлиевте контрреволюцион эшмәкәрлектә һәм баш күтәреүселәр ойошмаһы төҙөүҙә ғәйепләү уйҙырмаларға нигеҙләнгән булыуы иҫбат ителә.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019