Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Барый Муллағәли улы

Просмотров: 396

СОЛТАНОВ Барый Муллағәли улы [13.10.1907, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Хәлит а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 21.1.1945, Залендже а. (Польша) ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929—41 йй. “Донбасс” к‑зында (Силәбе өлк.) эшләй. 1942 й. ғин. алып Калинин, Брянск һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 50‑се армия 380‑се уҡсылар див. 1264‑се уҡсылар полкының пулемёт отделениеһы ком. өлкән сержант С. 1944 й. 6—7 июлендә Белорус ССР‑ының Пятигодка а. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ, 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Хәлит а. урамға С. исеме бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019