Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОТНИКОВ Михаил Васильевич

Просмотров: 525

СОТНИКОВ Михаил Васильевич [1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Прасковьино‑Васильевка а. — 17.5.1945, Лодзь ҡ. (Польша) ерләнгән], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. февр. алып Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 8‑се гвардия армияһының 82‑се гвардия уҡсылар див. 91‑се айырым гвардия сапёр батальонында сапёр булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н С. 1945 й. 14 ғин. Нове‑Място ҡ. янындағы алыштарҙа, 11—23 февр. Познань ҡәлғәһен (икеһе лә — Польша) алыуҙа, 23—29 апр. Берлин өсөн барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1‑се (1946, үлгәндән һуң), 2‑се (1945 й. марты) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың ғин.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019