Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЦИАЛ-РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР ПАРТИЯҺЫ

Просмотров: 375

СОЦИАЛ‑РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР ПАРТИЯҺЫ (СРП), э с е р ҙ а р, 1901—22 йй. Рәсәйҙә сәйәси партия. Ҡайһы бер халыҡсылыҡ төркөмдәре һәм түңәрәктәренең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1‑се (Ойоштороу) съезда (1905 й. дек. — 1906 й. ғин., Иматра ҡ., Финляндия) программаһы һәм ваҡытлыса уставы ҡабул ителә. Самодержавиены ҡолатыу, демократик республика урынлаштырыу, сәйәси хоҡуҡ һәм азатлыҡ, федератив ҡоролош, “эшсе мәсьәләһе” н закон б‑са хәл итеү, ерҙе дөйөмләштереү һ.б. өсөн сығыш яһай. Эсерҙар төп соц. көстө барлыҡ “хеҙмәтсән халыҡ” та күргән, революцияла пролетариаттың етәксе ролен танымаған. Сәйәси көрәштең легаль ысулдары м‑н бергә шәхси террорҙы ла ҡулланғандар. СРП‑нан 1906 й. — максималистар һәм халыҡ социалистары, 1917 й. — һул эсерҙар, 1918 й. — Революцион коммунизм партияһы, 1919 й. “Халыҡ” төркөмө бүленеп сыҡҡан. Февраль революцияһынан һуң эсерҙар Советтарҙа күпселекте тәшкил иткән, Ваҡытлы хөкүмәт составына ингән, Бөтә Рәсәй ҮБК‑нда етәксе вазифалар биләгән. Октябрь революцияһынан һуң большевиктарға ҡаршы ойошторолған сығыштарҙа һәм хөкүмәттәрҙә ҡатнашҡандар. 1922 й. СРП етәкселәренең бер өлөшө ҡулға алына, ҡалғаны сит илгә күсеп китә. 1923 й. мартында Мәскәүҙә элекке эсерҙарҙың Бөтә Рәсәй съезы йыйыла һәм партияның үҙ ихтыяры м‑н эшмәкәрлеген туҡтатыуы т‑да иғлан итә. Баҫма органдары: “Вестник революции” (“Революция хәбәрсеһе”) ж., “Дело народа” (“Халыҡ эше”), “Знамя труда” (“Хеҙмәт байрағы”), “Революционная Россия” (“Революцион Рәсәй”) гәз. һ.б. Партияның лидерҙары: Н.Д.Авксентьев, А.Р.Гоц, В.М.Чернов һ.б.

Башҡортостанда эсерҙарҙың тәүге ойошмалары 19 б. аҙ. — 20 б. башында халыҡсылыҡ яҡлылар (Златоуст түңәрәге, Урал эшселәр берлеге, Бөрө революцион төркөмө һ.б.) тарафынан ойошторола. 1901—03 йй. Урал социал‑демократ һәм социал- революционерҙар берлеге эш итә. Өфө эсерҙары Бөтә Рәсәй террор акттарында (1903 й. майында Е.О. Дулебовтың — Өфө губернаторы Н.М.Богдановичты, 1904 й. июлендә Е.С.Сазоновтың эске эштәр министры В.К.Плевены үлтереүҙә) ҡатнашҡан. 1905 й. Өфөлә СРП ком‑ты, Өфө эшселәр берлеге, Хәрби дружина, Сауҙа‑сәнәғәт ойошмалары хеҙм‑рҙәре берлеге барлыҡҡа килә. Өфө боевиктары майҙа — губернатор И.Н.Соколовскийға, дек. вице‑губернатор А.И.Келеповскийға һөжүм итә. 1906 й. 2‑се саҡырылыш Дәүләт думаһына Өфө губ. эсерҙарынан А.П.Козлов һайлана. 1917 й. йәйендә Башҡортостанда СРП ағзаларының иҫәбе яҡынса 6 мең кеше тәшкил итә. Златоуст ойошмаһында — 2000‑гә яҡын, Белоретта — 1400, Өфө ойошмаһында 700 кеше иҫәптә торған. СРП‑ла һәм Һул социал‑революционерҙар (интернационалистар) партияһында революцион хәрәкәттә ҡатнашҡан күп кенә башҡ. эшмәкәрҙәре (Ә.Ә.Вәлидов, Ш.Ә.Хоҙайбирҙин һ.б.) торған. 12 мартта СРП‑ның Өфө губерна ком‑ты ойошторола. Эсерҙар Өфө губерна һәм өйәҙ йәмәғәт ойошмалары ком‑ттарына (ҡара: Йәмәғәт именлеге комитеттары) ингән, Советтарҙа өҫтөнлөк иткән, ҡала думаларына (июнь—июль) һәм земстволарға (авг.—сент.) һайлауҙарҙа күпселек тауыш алған. Өфө һайлау округы б‑са Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙа (нояб.) 13 депутаттың 10‑ы СРП исемлегенән була. Граждандар һуғышы йылдарында Өфө эсерҙары Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты, Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте, Урал ваҡытлы өлкә хөкүмәтенең урындағы органдарын ойоштороуҙа һәм уның эшендә ҡатнаша, Халыҡ армияһына кешеләрҙе мобилизациялау б‑са агитация алып бара. 1918 й. окт. алып Өфөлә СРП ҮК урынлаша. Дек. колчаксыларҙың эҙәрләүе арҡаһында СРП‑ның Өфө ойошмаһы үҙ эшмәкәрлеген туҡтата, күпселек ағзалары һул эсерҙарға һәм “Халыҡ” төркөмөнә күсә. Баҫма органдары: “Социалист”, “Знамя Урала”, “Крестьянская Дума” (“Крәҫтиәндәр Думаһы”), “Земля и воля” гәз. һ.б. СРП‑ның Өфө губерна ком‑ты рәйестәре: А.И.Бриллиантов (1917 й. мартынан), В.П.Гиневский (1917 й. окт. — 1918).

А.Д.Казанчиев, Г.В.МордвинцевТәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019