Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВ Вәлиәхмәт Ғимал улы

Просмотров: 352

СӨЛӘЙМӘНОВ Вәлиәхмәт Ғимал улы (15.4.1924, БАССРҙың Тамъян- Ҡатай кантоны Ҡушый а., хәҙ. БРҙыңӘбйәлил рны, — 15.7.2011, ш. уҡ рндың Асҡар а.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941—42 йй. Әбйәлил рнының III Интернационал ис. кзында эшләй. 1943 й. февр. алып 1се һәм 3сө Украина фронттарында 37се армияның 15се гвардия уҡсылар див. 20се айырым танкыға ҡаршы дивизиондың 2се батареяһында орудие ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. мн С. 1944 й. 17 февр. Украина ССРының Ингулец а. янында ш. уҡ исемле йылғаны аша сыҡҡанда, 1945 й. 27 ғин. Оппельн ҡ. (Польша) һәм 3 майында Гросенхайм ҡ. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1947) Әбйәлил рнының эске эштәр бүлегендә эшләй. 1се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1се (1945 й. июне), 2се (ш. уҡ йылдың апр.) һәм 3сө (1944) дәрәжә Дан орд. мн бүләкләнгән. Асҡарҙа С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның исеме мн тыуған ауылында һәм Асҡарҙа урамдар аталған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

СӨЛӘЙМӘНОВ Вәлиәхмәт Ғимал улы (15.4.1924, БАССРҙың Тамъян- Ҡатай кантоны Ҡушый а., хәҙ. БРҙыңӘбйәлил рны, — 15.7.2011, ш. уҡ рндың Асҡар а.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941—42 йй. Әбйәлил рнының III Интернационал ис. кзында эшләй. 1943 й. февр. алып 1се һәм 3сө Украина фронттарында 37се армияның 15се гвардия уҡсылар див. 20се айырым танкыға ҡаршы дивизиондың 2се батареяһында орудие ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. мн С. 1944 й. 17 февр. Украина ССРының Ингулец а. янында ш. уҡ исемле йылғаны аша сыҡҡанда, 1945 й. 27 ғин. Оппельн ҡ. (Польша) һәм 3 майында Гросенхайм ҡ. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1947) Әбйәлил рнының эске эштәр бүлегендә эшләй. 1се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1се (1945 й. июне), 2се (ш. уҡ йылдың апр.) һәм 3сө (1944) дәрәжә Дан орд. мн бүләкләнгән. Асҡарҙа С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның исеме мн тыуған ауылында һәм Асҡарҙа урамдар аталған. Ғ.Һ.Булатов Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019